Таңдан тороп әсәй икмәк һала

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


* * *


Таңдан тороп әсәй икмәк һала,
Бүлмәләргә тула еҫтәре,
Йылы икмәк менән һыйлы ла шул
Тыуған йорттоң ябай өҫтәле.
Яңы һауған һөт еҫтәре килә,
Мәтрүшкәле сәйҙең еҫтәре,
Самауырҙың шаян сағылтыуы,
Сынаяҡта - йәйғор төҫтәре.
Ҡура еҫе, аҙау бесән еҫе,
Баҡсалағы емеш еҫтәре,
Һарымһағы-һуғаны ла тәмле,
Барыһын да һаҡлай иҫтәрем.
Атай мөйөшөндә - китап еҫе,
Манып яҙған ҡара еҫтәре...
Сырт-сырт янған ҡайын утын еҫе,
Шәм аңҡыған ҡышҡы кистәре.
Бәпәй еҫе сыҡты өйөбөҙҙән -
Тәмле хатта йүргәк еҫтәре,
Тыуған тупраҡ еҫен танһыҡлатты
Яҙ-көҙҙәрҙә баҡса эштәре.
Тауҙар баҫҡан һаҡлап ауылымды,
Йортҡа инә урман еҫтәре...
Йүкәләрҙең татлы һутын ташый
Дәдәндәрҙең йомарт күстәре.
Бер күс инек тыуған йортобоҙҙа,
Оноттормай хатта төштәрем.
...Таңдарымда һаман уятҡандай
Әсәй һалған икмәк еҫтәре.


2015